Башҡортостанда социаль хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләнеләр

Оло йөрәклеләр һөнәре. Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларының эше дәүләт наградалары менән билдәләнде. Башҡортостанда был өлкәлә 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең миссияһы һәр ваҡыт мөһим, ә әлеге көндәрҙә айырыуса әһәмиәтле, тип билдәләнде бүләкләү тантанаһында. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Гөлсимә Абдуллина Миәкә районы Ҡанбәк ауылында социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Һөнәренә 27 йыл тоғролоҡ һаҡлай. Ике ауылда йәшәүсе оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек, дарыу, һыу ташый, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләшә, гәзит-журналдарға яҙылырға ярҙам итә. Юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Гөлсимә Фәрхәт ҡыҙы Башҡортостандың «Почет грамотаһы» менән бүләкләнде.

Социаль хеҙмәткәрҙәр ауыр тормош хәлендә ҡалған, көнкүреш проблемаларҙы үҙаллы хәл итә алмаған кешеләргә ярҙам итә. Әле Башҡортостандың был тармағында 10 меңдән ашыу белгес эшләй. Социаль хеҙмәткәр булып тик оло йөрәкле һәм сабыр кеше эшләй ала. Һөнәри байрам алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Өфөнөң Колонналар залында юғары наградалар менән бүләкләнде, почетлы исемдәр бирелде.

Социаль өлкәлә эшләүселәрҙең күптәре был һөнәргә 30-40 йыл элек килгән. Улар ярҙамға мохтаж булғандарға ярҙамға ашҡынып тора. Республика яғынан был тармаҡты үҫтереү өсөн иғтибар бүлеүҙе дауам итәсәкбеҙ.

Руслан Хәбибов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-спорт министры

Оксана Борисенко был һөнәргә 10 йыл элек килгән. Уның эше башҡа социаль тармаҡта эшләүселәрҙән айырыла. Ауыр сумкалар урынына ул кешеләргә тормошта үҙ урынын табырға, эшкә урынлашырға ярҙам итә. Уның тырыш хеҙмәтенән эш биреүселәр ҙә, эш эҙләүселәр ҙә ҡәнәғәт. Бүләкләү сараһында Оксана Викторовна Башҡортостан башлығының рәхмәт хаты менән тәбрикләнде.

Хеҙмәтемде баһалап ышаныс күрһәтеүҙәренә бик шатмын. Кешеләр менән эшләү-ул гел ауыр, төрлө быуын кешеләре бар. Һәр береһе менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Киләсәктә лә һөҙөмтәле эшләргә тырышасаҡмын.

Оксана Борисенко, Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең әлшәй районы буйынса территориаль бүлеге инспекторы

Был һөнәрҙә осраҡлы кешеләр юҡ. Көндән-көн социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ тәрбиәләнеүселәре хаҡында хәстәрлек күрә, уларҙың проблемаларын хәл итә, иртәгәһе көнгә ышаныс уята.

Әлфинә Килдейәрова