Подписывайтесь на Bash.News
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан экспозицияһы килгән ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы. Республика стендҡа шәжәрәне сағылдырған интерактив ағас урынлаштырған. Ул һөйләшә һәм һорауҙарға яуап бирә. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙән алып инновацияларға тиклем тип аталған стенд республиканың тәбиғәте, туризм объекттары һәм социаль-иҡтисади үҫеше менән дә таныштыра ала. Евразия фәнни мәғариф үҙәге кампусы, Рәсәй-Белоруссия кластеры, Башҡортстан менән Үзбәкстан технопаркы, «Росхим» проекттары ла экспозицияла күрһәтелгән. Ойоштороусылар Башҡортостан стенды айырым иғтибарға лайыҡ булыуын билдәләй һәм ҡунаҡтарҙың күпләп килеүе лә быға асыҡ дәлил.
Иҫ киткес матурлыҡ. Был республикала ижади ҡарашлы кешеләр йәшәүе тураһында һөйләй. Мин был ағасты һәр кемгә лә аң, зиһен, үҫеш биргән аҡыл ағасы тип иҫәпләйем. Һиндостан тарихында ла изге ағас бар. Шуға күрә был стенд миңә яҡын.
Шривестава Санджеев
Форумдағы иң сағыу стенд тип уйлайым. Бер яҡтан ул башҡорт халҡының тәрән тамырҙары тураһында һөйләһә, икенсенән, заман ҡаҙаныштарын күрһәтә. Беҙ Абхаздар һеҙҙең өсөн айрыуса ғорурланабыҙ. Сөнки ике республика араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тиҫтә йылдар дауам итә.
Лаша Ашуба, Абхазияның халыҡ йыйылышы-парламент рәйесе
Форумдың беренсе көнөндә ҡатнашыусыларҙы сюрприз көтә. Стенд янында парфюмер Кермен Манджиеваның хушбыйҙары презентацияһы үтәсәк. Был ябай еҫтәр генә түгел, ә Ирәндек, Яланғас тауҙары кеүек урындарҙан алынған Башҡортостандың мәҙәни коды.
Күптән түгел ген Радий Хәбиров яһалма зиһенде үҫтереү йөнәлеше бирҙе. Бөгөн Башҡортостанда заманса технологияларҙы идаралыҡ эшенә индереү бурысы тора. Был шәжәрә ағасы ла яһалма зиһен ярҙамында йәнләндерелгән. Ябай тарих ҡына түгел, ә Башҡортостан халҡы етештергән, булдырған, уйлап сығарған тарих һөйләй. Икенсенән, креатиа индустрия ла иҡтисадтың бер өлөшө.
Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры
Мәҙәни сараларға бай стендта эшлекле осрашыуҙар, мөһим килешеүҙәр төҙөү өсөн дә урындар булдырылған. Былтыр Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 100 миллиард һумлыҡ өс тиҫтә килешеү төҙөлгән. Быйыл да алынған кимәл кәметелмәйәсәк.
Тәү сиратта сәнәғәт тармағына иғтибар буласаҡ. Стендта халыҡ-ара кимәлдә эшләүсе барлыҡ кластаерҙар ҙа урын алған. Беҙ уларға яңы резиденттар йәлеп итәсәкбеҙ. Ошонда уҡ техно һәм индустриаль парктарҙа ниндәй ташламалар, уңайлыҡтар ҡаралғаны тураһында һөйләйбеҙ.
Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры