Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында Әлфис Ғаязовтың академик стипендияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Ул йыл һайын урындағы мәктәптең иң яҡшы уҡыусыһына бирелә. Стипендия алыу өсөн алдынғы уҡыусы, әүҙем йәмәғәтсе булыу ғына етмәй, фәнни эш менән шөғөлләнеү ҙә мотлаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2011 йылдан башлап беҙҙең мәктәптә 15 бала иң яҡшы уҡыусы исеменә лайыҡ булды. Бөгөнгө сарала 2025-26 уҡыу йылының иң яҡшы уҡыусыһы билдәләнә.
Педагог, яҙыусы, ғалим, педагогия фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре Әлфис Суфиян улы Ғаязов академиктар сафына баҫыу менән шәхси стипендияһын булдыра. 2009 йылда Рәсәй мәғариф академияһына ҡабул ителеүен шулай билдәләй. Хәҙер ун алтынсы тапҡыр уҡыу йылы аҙағында туған мәктәбенә ҡайтып, мәртәбәле бүләкте үҙе тапшыра. Был көн Иҫке Ҡаҙансыла байрамға әйләнә.
Стипендияға дәғүә итеүсе уҡыусы фәнни эш менән дә шөғөлләнергә тейеш. Шәхси уңыштары тураһында портфолио туплауҙан тыш, үҙ нәҫеленең шәжәрәһен төҙөргә, тарихын яҙырға, ауылдың билдәле бер кешеһе тураһында эҙләнеү эше алып барырға бурыслы. Быйылғы еңеүсе Аделя Карамова мәктәптең элекке директоры, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Тәлғәт Яҡуповтың тормошо һәм эшмәкәрлеген өйрәнгән. Күптән түгел мәктәптә шәхестең йөҙ йыллығын фәнни-ғәмәли конференция үткәреп билдәләгәндәр.
Ғаязов исемендәге академик стипендия тапшырыла башлағандан һуң, уҡыусылар араһында фәнни эшмәкәрлек көсәйгән. Районда Ришат Дихин, Әлфис Ғаязов уҡыуҙары уҙғарыла башлаған. Әлфис Суфиян улына район мәғарифын үҫтереүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн дә рәхмәтле асҡындар. Башҡортостан мәғариф министрлығын етәкләгәндә мәктәптәр төҙөүгә һәм ремонтлауға булышлыҡ иткән, Башҡорт дәүләт педагогия университеты факультеты деканы вазифаһында уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәткән. Әле лә яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә.
Традиция барлыҡҡа килде. Байрам йылына бер тапҡыр үтә. Стипендия алыусы кеше күп түгел, стипендияның бәҫе юғалмаһын өсөн. Балалар бик тырышып эшләй. Тауыш биреү ҙә ойошторола. Төрлө формалары бар. Бәйгелә еңгән уҡыусы бөтә яҡтан да килгән.
Ошо көндәрҙә 70 йәшен билдәләгән педагог, ғалим, яҙыусы ауылдаштары алдында ижади отчет та тотто. Балалар өсөн шиғри йыйынтыҡтар, өлкәндәр өсөн пьесалар, повесть-романдар авторы китаптарын бүләк итте. Район, төбәк кимәлендә фәһемле саралар ойоштороу идеяһын еткерҙе. «Киләсәк быуын беҙҙән аҡыллыраҡ, белемлерәк, алдынғыраҡ булырға, тыуған ерҙең данын тағы ла юғарыраҡ күтәрергә тейеш»,-тип белдерҙе юбиляр.
Рәйсә Абдуллина