Башҡортостанда йыл башынан 9 мең 500 – ҙән ашыу сабый тыуған. Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән белдереүҙәренсә, уларға түләүгә 125 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Статистика буйынса, ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуған: уларҙың һаны 6 процентҡа күберәк. Сабыйҙарҙың уртаса ауырлығы – 3,3 килограмм, буйы – 52 сантиметр.