Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы дауам итә

Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге  Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Эшлекле йыйында 150 сессия ултырышы ҡаралған. Программа 5 йүнәлештән тора. Бөгөн яңы баҙарҙарға инвестициия, “Рәсәй - Америка Ҡушма Штаттары: мәҙәниәттәр диалогы”, “Креатив иҡтисад”, “Алкоголь баҙары: кисә, бөгөн, иртәгә”, демография һәм кинематогрфия өлкәһендә иҡтисад үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, форумда эшлекле бәйләнештәр булдырыла, илдең алдынғы компаниялары менән хеҙмәттәшлеккә килешеүгә ҡул ҡуйыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форум 6 июнгә тиклем дауам итә.  Иртәгә Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашлығында пленар ултырыш була.  Форумда донъяның 130-ҙан ашыу иленән 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.