Ишембай районында күләмле инфраструктура төҙөлөшөнөң йәнә бер участкаһы файҙаланыуға тапшырылды

Уның оҙонлоғо 8 километр. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк башлығы билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлын этап буйынса капиталь ремонтлау дауам итә.

Хеҙмәткәрҙәр ҡырсынташ урынына сифатлы асфальт һала. «Мин үҙем был юлдың мөмкинлектәрен баһалау өсөн бер нисә тапҡыр үттем. Ул Ишембай, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондары аша уҙа. Бында тәбиғәт иҫ киткес, шуға күрә туризмды үҫтереү йәһәтенән потенциал ҙур» тип яҙған Башҡортостан башлығы. Бер нисә йылға һуҙылған ппроекттың сираттағы этабы 15 километр ярымды үҙ эсенә ала. Төҙөкләндереү эштәре «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты ярҙамында алып барыла.