Шишмә районы Ибраһим ауылында буласаҡ мәсет урынында тәүге тапҡыр аҙан яңғыраны

Тиҙҙән бында төҙөлөш эштәре башлана. Аллаһтың яңы йорто иҫке мәсет янында һалына. Ауылда яңы мәсет төҙөү башланғысын Нәфисә Ғәниева күтәреп сыҡҡан. Ул шулай уҡ меценат булып та сығыш яһай. Әсә кеше изге ниәтен масхус хәрби операцияла һәләк булған улының рухына бағышларға йыйына. Имиль Рафаэль улы теүәл бер йыл элек урындағы зыяратта ерләнгән. Нәфисә Ғәйҙәни ҡыҙы әйтеүенсә, иман йорто, балаларын юғалтҡан башҡа әсәләргә лә таяныс буласаҡ. Изге эшкә тотонор алдынан диндарҙар һәм ауылда йәшәүселәр башланғысты уңышлы тамамлау өсөн доға ҡылды.