“Петербург иҡтисад форумы - республика менән таныштырыу мөмкинлеге

Беҙ алып барған инвестиция сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшө”. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Бөгөн конгрестың өсөнсө көнө. Санкт-Петербургта стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите рейтингы иғлан ителә, пленар ултырыш була. Унда Рәсәй,  Үзбәкстан, Танзания президенттары, шулай уҡ Ҡытай халыҡ республикаһы рәйесе урынбаҫары, Сәғүд Ғәрәбстанының энергетика министры ҡатнаша. Форум иртәгә тамамлана.