Руслан Исхаҡов һәм Айрат Хәкимов - махсус хәрби операция ветерандары. Президент указы буйынса, Руслан Исхаҡов “Батырлыҡ өсөн”, Айрат Хәкимов икенсе дәрәжә “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Ир-егеттәрҙе Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм ҡаланың хәрби комиссары Анатолий Ревунов бүләкләне. Яугирҙар 3 йыл фронтта була. Улар Луганск Халыҡ Республикаһында алыша.