Бөгөн 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнө тамамланды. Күләмле сарала Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Программала эшлекле осрашыуҙар, панель сессиялар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса дискуссиялар ойошторола.
Башҡортостан башлығы «Союздаш дәүләт: Беренсе булырға ваҡыт» сессияһында сығыш яһаны. Радий Хәбиров Рәсәй менән Беларусь республикаһы араһындағы хеҙмәттәшлектә Башҡортостан роле тураһында һөйләне. Белоруссия Башҡортостан өсөн төп партнер. Ике яҡта ла иҡтисадтың төрлө секторҙарында эшлекле бәйләнештәр булдырылған. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, туризм өлкәһендә һөҙөмтәле проекттар тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан эсемлектәр етештереүсе компания менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөнө. Документҡа Радий Хәбиров менән «Напитки вместе» компанияһы етәксеһе Николай Тюрников ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, төбәктә һыра һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү киңәйтеләсәк, социаль йәкләмәләр өлкәһендә берҙәм проекттар барлыҡҡа киләсәк. Республика башлығы яҡшы темп һәм социаль проекттарҙа ҡатнашыуы өсөн предприятие етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтың «Шихан» заводы ҡараған «Арнест» компанияһы менән дә килешеү төҙөлдө. Төбәк башлығы йәмғиәт президенты Алексей Сагал менән осрашыуҙа етештереү күләмен тағы ла арттырыу тураһында һүҙ алып барҙы. Башҡортостан вәкилдәре «Полиметалл» йәмғиәте менән дә хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөнө. Һалым йөкләмәләре һәм ер мөнәсәбәттәре өлкәһен көйләүсе документ Хәйбулла районы һәм Сибайҙағы карьерҙарға яңы һулыш бирәсәк
Иҡтисади форум майҙансығында Республика Хөкүмәте «Росагролизинг» компанияһы менән инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөнө. Документ агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтеү һәм механизацияланған эштәр башҡарыу буйынса 10 миллиард һумлыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашыуҙа республиканың юл селтәрен үҫтереү мөмкнлектәре барланды. Вячеслав Петушенко берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүҙең юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне. «Автодор» етәксеһе шулай уҡ М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһын төҙөгәндә зыян күргән автомобиль юлдарын тергеҙеү буйынса пландар менән таныштырҙы.
Форум сиктәрендә ойошторолған дискуссияла ҡатнашыусылар махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеүҙә, уларҙы тормошҡа яраҡлаштырыуҙа, шулай уҡ йәмәғәтселектең татыулығын һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙең ролен тикшерҙе. Статс-секретарь, илдең Оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» фестивале хаҡында һөйләне. Ул Башҡортостандың был проектты тормошҡа ашырыуҙа тәүге сағыу майҙансыҡ булыуын билдәләне.
Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән осрашты. Яҡтар төбәк биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең ойоштороу аспекттары һәм «Геосаҡырыу» халыҡ-ара геология чемпионатын үткәреү мәсьәләһен тикшерҙе. Быйыл унда 40-тан ашыу команда килеүе көтөлә. Форум майҙансығында Башҡортостан менән Херсон өлкәләре сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килеште. Документҡа төбәк етәкселәре Радий Хәбиров менән Владимир Сальдо ҡул ҡуйҙы.
Форум майҙансығында 2026-2029 йылдарға Башҡортостан һәм Удмурт республикалары араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы һәм юл картаһы ҡабул ителде.
Форумдың өсөнсө көнөндә Владимир Путин ҡатнашыуы көтөлә. Һәм, әлбиттә, инвестиция мөхите торошоноң йыллыҡ рейтингы иғлан ителәсәк. Башҡортостандың позициялары ныҡлы, һуңғы йылдарҙа республика тотороҡло төбәктәр иҫәбендә.