Комплекс Салауат Юлаев һәйкәле тәңгәлендәге ярҙа төҙөлә. Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында һөйләшеп килешелде. Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк ҡунаҡхананы Үзбәкстан белгестәре төҙөй. Республика етәкселеге әйтеүенсә, Ташкент төҙөүселәренең күләмле проекттар тормошҡа ашырыу тәжрибәһе ҙур.