Өфөләге Рихард Зорге скверы яңырыу кисерә

«Берҙәм Рәсәй»ҙең «Ҡала мөхите» партия проекты десанты Өфөнөң йәмәғәт урындарын тикшерҙе. Иғтибар үҙәгендә-Рихард Зорге исемендәге сквер. Биләмә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» милли проекты сиктәрендә яңырыу кисерә.

Программаға ярашлы уны төҙөкләндереү өсөн урындағы халыҡ иң күп тауыш йыйған. Әле бында тротуар плитәләрен һалыу өсөн нигеҙ әҙерләнә, электр селтәрҙәре һуҙылған. 2 мең квадрат метр майҙанда спорт һәм уйын майҙансыҡтары, йәйәүлеләр өсөн зона булдырыласаҡ, арка, эскәмйәләр, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу күҙаллана. Шулай уҡ йәмәғәт урыны үҙәгендә разведчик Рихард Зорге иҫтәлегенә һәйкәл һәм стела асыу планлаштырыла. Объектты быйыл октябрҙә сафҡа индереү ҡаралған. Төҙөкләндереү барышы менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары танышты

Яңыртылған Рихард Зорге исемендәге сквер асылыу менән был урам Өфөнөң иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнер тип ышанабыҙ. Быйыл Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса 144 объект төҙөкләндерелә. Эш барышын тикшереү, кәрәк урында ярҙам итеү-беҙҙең төп бурыс.

Елена Родина, «Ҡала мөхите» партия проектының Башҡортостан буйынса координаторы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты

Киләһе йыл «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» милли проекты буйынса төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн тауыш биреү дауам итә. 2027 йылда Башҡортостан буйынса 152 йәмәғәт урынын тәртипкә килтереү күҙаллана.