Ауырғазы районында һыу менән тәьмин итеү селтәрендәге өҙөклөктәргә бәйле мәсьәләне хәл итеү юлдары билдәләнгән. Әлегә насос станцияларындағы ҡорамалдарҙы яңыртыуға проект-смета документтары әҙерләнә. Бынан тыш, өҫтәмә ике скважина ҡаҙылған. Эҫе көндәрҙә генә түгел, яуым-төшөм булғанда ла һыуһыҙ ҡалған ауылда БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ауырғазы районы Ҡорманай ауылынан Зәкәриә Фәтхетдинов аҙна һайын Талбазынан ҙур һауыттар менән эсәр һыу ташый. Өйҙә крандан аҡҡан һыу эсерлек түгел. Хәйер, уныһы ла әле бар, әле юҡ тигәндәй. Тотош ауылдың үҙәгенә үткән мәсьәлә-һыу менән тәьминәт системаһы үҙәкләштерелгән булһа ла, даими рәүештә уның эше туҡталып тора. өҫтәүенә, баҡсаны ла ҡарап өлгөрөр кәрәк.
Һыу менән тәьминәт системаһында өҙөклөктәр тәүге йыл ғына күҙәтелмәй. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киҫкен мәсьәләне һыу башняһы хәл итергә тейеш. Уны ҡуйыуға әҙерлек эштәре тамамланған. Ауылдан бейегерәк урынға тейешле коммуникациялар һуҙылған.
Ҡорманай ауылына һыу 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан насос станцияһынан килә, торбалар 61 саҡрым арауыҡта һалынған, рельеф ҡатмарлы, ауылдың һуңғы участка булараҡ 240 метр бейеклектә урынлашыуы ла хәлде ҡатмарлаштыра, һыу баҫымы түбәнәйә.
Ҡорманай ауылы Дәүләкән районы сигендә урынлашһа, насос станцияһы бөтөнләй икенсе яҡта-Ауырғазы ла түгел, Ғафури районында Антоновка ауылындағы скважиналар һәм насос станциялары Ауырғазы районындағы ун ете тораҡ пунктты һыу менән тәьмин итә. Тәүлегенә уртаса 6900 кубометр һыу системаға ебәрелә. Инженер селтәрҙәр уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында төҙөлгән, былтыр милли байлыҡ фондынан алынған займ ярҙамында яҡынса 50 саҡрым магистраль һыу үткәргес яңыртылып сафҡа индерелгән.
Насос станцияларынан алыҫ урынлашҡан участкаларҙа-Ҡорманай менән Исмәғил ауылдары, шулай уҡ район үҙәгенең күп фатирлы йорттарында һыуға ихтыяж күҙәтелә. Шул сәбәпле. халыҡ мөрәжәғәте буйынса һыу ташыу ҙа ойошторолған.
Өҫтәмә скважина төҙөү, һыу башняһын ҡуйыу-проблеманы хәл итеүҙә комплекслы эш алып барыу күҙаллана. Һыу менән тәьминәт селтәренең дөйөм оҙонлоғо ғына өс йөҙ саҡрым тәшкил итә, ул да этаптарға бүлеп яңыртыла.
Гөлназ Хәйбуллина