Башҡортостанда дрон операторҙары булырға теләүселәр арта

Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр араһында пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр арта. Хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу үткәндән һуң, дрон төрҙәрен, улар менән идара итергә өйрәнә. Ир-егеттәрҙең физик һәм психологик әҙерлек кимәлен, моториканы, заманса һанлы ҡорамалдарҙа эшләү һәләтенә иғтибар бирелә. Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәре бөгөнгө көндә Ҡораллы көстәрҙә иң элиталы ғәскәр төрҙәренең береһе булып һанала. Шуға күрә был темаға ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы һәм оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыуы ғәжәп түгел, ти һайлап алыу пункты офицеры.

Контракт төҙөүсе һәр кем өсөн медицина тикшереүе, тест, психолог менән әңгәмә ойошторола, хәрби-һөнәри йүнәлеш билдәләнә. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын хәрби тәжрибәһе булған инстуркторҙар ғына уҡыта. Башҡа төр ғәскәрҙәрҙә кеүек үк, бында ла 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр хеҙмәт итә ала.

Фәдис Солтанов, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә. Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Йәғни, контракт бер йылға төҙөлә. Был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға-хәрби хеҙмәттән китеү йәки контрактты оҙайтыуҙы һайлау мөмкинлеге бирә. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппарттары менән бәйле булмаған башҡа ғәскәр төрөнә күсерә алмайҙар. Шулай уҡ улар закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәргә, льготаларға, социаль гарантияларға хоҡуҡлы.