Илебеҙ тарихындағы иң оло тимер юл аварияһы 1989 йылдың 4 июненә ҡараған төндә теркәлә. 37 йыл үтһә лә ауыр хәтирәләр әле лә һаҡлана. Шуға ла тап ошо көндә һәләк булыусыларҙың туғандары, фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, Иглин районы хакимиәте һәм Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһы вәкилдәре һәләкәт урынына йыйыла. Матәм сараһы ҡорбандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскә һалыуҙан башланды. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ике поезд шартлауы һөҙөмтәһендә 575 кешенең, шул иҫәптән 181 баланың ғүмере өҙөлә. Ҡорбандар исемлегендә бер үк фамилиялар йыш осрай-берәүҙәр ғаилә менән диңгеҙ буйына китеп, икенселәре ҡайтып барған булған.
Яралыларҙы Өфөгә килтереү өсөн вертолет училищеһы йәлеп ителә. Һауа суднолары цирк артындағы Ғафури паркына төшә. Шуға ла был урынды халыҡ «вертолет майҙансығы» тип атай. Техника өс минут һайын оса. Иртәнге сәғәт 11-гә зыян күреүселәрҙең барыһы ла ҡала дауаханаларына килтерелә. Халыҡ ҡан бирә. 5 июндә Советтар Сроюзында бер көнлөк матәм иғлан ителә.