Башҡортостанда 4 меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған

Зыян күреүселәр араһында балалар ҙа байтаҡ. Тикшереүгә ярашлы, уҙған йыл менән сағыштарғанда, боррелиоз йоҡҡан пациенттар һаны 20 процентҡа артҡан, ә энцефалит буйынса күрһәткестәр бер аҙ кәмегән. Белгестәр иҫкәртеү сараларын үтәргә, асыҡ һауала һәм тәбиғәттә ял иткәндән һуң өҫ-башты тикшерергә кәңәш итә.