Өфөлә йәшәүселәр тирәк мамығы күп булыуға зарлана

Урамдарҙа осҡан мамыҡ өйөмдәренән бигерәк аллергия менән яфаланған граждандар зыян күрә. Тирәк үҙе аллерген булмаһа ла уның мамығы туҙан, үҫемлектәр һеркәһен йыйып аллергияға килтерә. Бынан тыш, тирәк мамығы янып киткән осраҡтарҙа ут сығыуы ихтимал. Тирәк мамығынан нисек һаҡланырға? Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

20 йәшлек Ксения Чилимованың тәүге тапҡыр мамыҡ тирәгенә аллергияһы башланған. Мамыҡ өйөмдәренә ул ғына түгел, Өфөлә йәшәүсе байтаҡ кеше зарлана. Тирәк мамығы күпләп үҫкән урамдарҙа йәшәүселәр хатта ағастарҙы ҡырҡып ташлауҙы һораусылар бар.

Бер нисә төн йоҡлай алмайым, баш ауырта, тын алыу ҡатмарлашты. Күҙҙәр ҡысый. Аллергиянан дарыу эсеп, тамаҡты сайҡатып хәлемде еңеләйтергә тырышам. Урамда битлек менән йөрөргә тырышам.

Ксения Чилимова

Табиптар әйтеүенсә, тирәк мамығы үҙе аллерген түгел. Ул башҡа үҫемлектәрҙең һәм ағастарҙың һеркәһен генә күсерә. Шулай ҙа табиптар аллергиктарға медицина битлеге, ҡояш күҙлеге кулланырга һәм тышта елһеҙ вакытта ғына йөрөргә кәңәш итә. Ә төндә тәҙрәләрҙе ябыу хәйерле. Ямғырҙан һуң мамыҡ осоуы тыма, шул ваҡытта һауа һулап йөрөргә мөмкин.

Астма, конъюктивит, ринит, дерматит, бронхит менән ауырыған кешеләргә һәм ғөмүмән, аллергиктарға һаҡланырға кәрәк. Тирәк мамығы әүҙемләшкән осорҙа ҡаланан башҡа ергә китеп торорға кәңәш итер инем. Бындай мөмкинлек булмаһа, тәҙрәләрҙе ябып өйҙә ҡалырға, елһеҙ, киске сәғәттәрҙә генә тышҡа сығырға була. Үҙаллы дауаланмаҫҡа, табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Аллергия билдәләренән тыш, яндырылған мамыҡ өйөмөнән етди хәүеф янай, ул уттың тиҙ таралыуына килтерә. Мамыҡты бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр яндырып ҡарарға ярата, шуға ла баш ҡала хакимиәте вәкилдәре ата-әсәләрҙең был тәңгәлдә аңлатыу эштәре алып барыуын һорай. Өлкәндәргә тәмәке төпсөктәре менән һаҡ булыу талап ителә.

Ф.Миһранова