Республика башлығы Радий Хәбиров инвестиция мөхите буйынса рейтинг менән таныштырыу сараһында шулай тип белдерҙе. Һөҙөмтәләр Петербург иҡтисад форумында иғлан ителде. Республика инвестиция мөхите торошо буйынса өсөнсө урын алды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИнвестиция мөхите рейтингы 125 күрһәткес буйынса төҙөлә. Быйыл беренсе тапҡыр мәҙәни мираҫ объекттарын иҡтисади әйләнешкә индереү иҫәпкә алынған. “Рәсәй таянысы” ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда инвесторҙар өсөн отошло шарттар булдырылған. 2018 йылдан алып 200-гә яҡын “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһе үткәрелгән. Унда 800 проект ҡаралған. Уларҙың суммаһы 1 триллион 400 миллион һумдан ашып китә. 100 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырылған.