29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы дауам итә. Күләмле сарала Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Программала эшлекле осрашыуҙар, панель сессиялар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса дискуссиялар ойошторола.
Иҡтисади форум майҙансығында Республика Хөкүмәте «Росагролизинг» компанияһы менән инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөнө. Документ агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтеү һәм механизацияланған эштәр башҡарыу буйынса 10 миллиард һумлыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашыуҙа республиканың юл селтәрен үҫтереү мөмкнлектәре барланды. Вячеслав Петушенко берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүҙең юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне. «Автодор» етәксеһе шулай уҡ М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһын төҙөгәндә зыян күргән автомобиль юлдарын тергеҙеү буйынса пландар менән таныштырҙы.