Башҡортостан менән «Технониколь» яңы проекттарҙы тикшерҙе

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Радий Хәбиров «Технониколь» компанияһының идарасы партнеры Сергей Колесников менән осрашып сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында һөйләште. Корпорация ҡыйыҡ япмалары, гидро һәм йылылыҡ изоляциялары, юл төҙөлөшө һәм сәнәғәт өлкәһе материалдары етештереү менән шөғөлләнә. Башҡортостанда ла бер нисә етештереү цехы эшләй.

Осрашыуҙа республикала тормошҡа ашырыласаҡ инвестиция проекттары өйрәнелде. Быйыл февралдә Учалы районында керамик гранулалар етештереү цехы эшләй башланы. Сергей Колесников әйтеүенсә, республика яңы производство, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, етештереү мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн һәр яҡлап та ярҙам күрһәтә. Радий Хәбиров хәҙерге иҡтисади шарттарҙа предприятиеларға ташлама яһау, ярҙам итеү үтә лә мөһим, тип белдерҙе.