Башҡортостан инвестиция торошо Милли рейтингында йәнә өсөнсө урын яуланы

Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Стратегик башланғыстар агентлығы менән таныштырыу барышында билдәле булды. Мәғлүмәттәр ярты миллионға яҡын эшҡыуарҙан алынған һораулама нигеҙендә төҙөлгән. Рейтинг төбәк властарының бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса эшмәкәрлеген сағылдырған 88 күрһәткесте үҙ эсенә ала. Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән лидерҙар исемлегендә ҡала. Рейтинг һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, Радий Хәбиров төп мәсьәлә-Тыуған илде һаҡлау өсөн иҡтисадты үҫтереү мөһим булыуын билдәләне.

Эксперттар фекеренсә, әлеге еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа рейтингтың юғары нөктәһендә ҡалыу-айырыуса ҡатмарлы мәсьәлә. Властар һәм иҡтисади блоктың эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төбәк ышаныслы алға бара. Былтыр ғына төбәк иҡтисадына дөйөм инвестициялар күләме 2 процентҡа артып, 852 миллиард һумға еткән. Һуңғы ете йыл динамикаһына ҡарағанда, төбәккә инвестиция ағымы 76 процентҡа артҡан