Килешеүгә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығында Радий Хәбиров менән Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева ҡул ҡуйҙы. Документ халыҡты һаҡлау, ғаиләгә ярҙам итеү, Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыуҙы күҙ уңында тота. Иҡтисади форум майҙансығында шулай уҡ агентлыҡ етәксеһе Радий Хәбировҡа инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урын өсөн диплом тапшырҙы.
Башҡортостан Вологда өлкәһе менн хеҙмәттәшлек итәсәк. Ике төбәк етәкселәре сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ иҡтисадтан һәм инновацияларҙан алып экологияға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тиклем йүнәлештәрҙең киң спектры буйынса үҙ-ара эш итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.