Владимир Путин Башҡортостанды инвестиция мөхите лидерҙарының береһе булараҡ ҡотланы

29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышы барышында Рәсәй президенты республиканы инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә билдәләп, Башҡортостан етәкселегенең бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эшен юғары баһаланы.