Өфөлә офтальмология буйынса «Көнсығыш-көнбайыш» Халыҡ-ара конференцияһы уҙғарылды

Ике көнлөк форум Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының 100 йыллығына арналды. Бай тарихлы дауалау учреждениеһы бөгөн Рәсәйҙә иң көслөләр иҫәбенә инә, бында Башҡортостандан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә пациенттар дауалана. Медицина учреждениеһында уҙғарылған күрһәтмә операциялар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Операция өҫтәлендә оҙаҡ йылдар шәкәр диабетынан яфаланған пациент. Мәкерле сиргә бәйле уның күреү һәләте ҡырҡа насарайған. Патологик процесты туҡтатыу маҡсатында тиҙ арала хирургик ярҙам күрһәтеу талап ителгән. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында бындай төр әмәлиәт киҫкен осраҡта бер нисә этапҡа бүлеп башҡарыла. Тәүмаҡсат-пациенттың булған күреү һәләтен һаҡлап ҡалыу.

«Көнсығыш-көнбайыш» Халыҡ-ара офтальмология конференцияһы сиктәрендә медицина учреждениеһында Мәскәү клиникалары белгестәре ҡатнашлығында күрһәтмә ун операция ла ойошторолдо. Уларҙың күп өлөшө катарактаны хирургик дауалауҙа заманса ысулдар ҡулланыуға бәйле. Форумда ҡатнашыусылар өсөн әмәлиәттәр барышының тура трансляцияһы ла ойошторолдо.

Өфөгә тәүге тапҡыр ғына килмәйем. Институттың заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуын билдәләп үткем килә. Офтальмология өлкәһендә улар донъяуи кимәлдә лә уңышлы ҡулланыла. Пациенттарға күреү һәләтен ҡайтарыуҙа барлыҡ техник мөмкинлектәр бар, хирургтарҙың эш тәжрибәһе дә юғары.

Андрей Головин, С. Н. Фёдоров исемендәге күҙ микрохирургияһы институтының операция бүлеге мөдире

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында йылына яҡынса ҡырҡ мең операция уҙғарыла. Әмәлиәттән һуң пациенттар бер нисә көнгә стационарға урынлаштырыла. Унан һуң тулыһынса һауығыу өсөн ваҡыт талап ителә. Реабилитация яҡынса ай ярым дауам итә.

Офтальмология буйынса Халыҡ-ара конференцияға килгәндә, ул ике көн дауам итте. Сит ил спикерҙары ҡатнашлығында күҙ ауырыуҙарын дауалауға бәйле ғилми сессиялар, ултырыштар уҙғарылды. Шулай уҡ сара сиктәрендә «Торатау» конгресс-холлында медицина техникаһы күргәҙмәһе эшләне. Конференцияла ҡатнашыусылар республика табиптарының эшен юғары баһалай.

Өфө ғилми-тикшеренеү институты бер быуат эсендә ҙур үҫешкә өлгәшкән. Был тәжрибәне үҙләштереп, Һиндостанда ла ҡулланғы килә. Башҡортостан табиптары офтальмологияның бар йүнәлештәрендә лә көслө.

Арулмоджи Варман, медицина клиникаһы директоры

Конференция ла быйыл тап Рәсәй кимәлендә алдынғыларҙан иҫәпләнгән дауалау учреждениеһының 100 йыллығы уңайынан уҙғарылды. Тантаналы сарала институттың көслө командаһына рәхмәт белдерелде. Бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре лайыҡлы наградалар менән бүләкләнде.

Гөлназ Хәйбуллина