Музыкаль тауыш режиссеры һәм стоматолог. Был ике һөнәрҙе нимә берләштерә? Беренсе ҡарамаҡҡа бер нимә лә. Киләһе уҡыу йылына түләүле уҡыу исемлегенә күҙ һалғанда иһә, улар тәүге рәттәрҙә тора. Музыкаль тауыш режиссеры һәм теш табибы булырға теләүселәргә иң күп аҡса сығарып һалырға тура киләсәк. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Башҡортостандың бөтә алдынғы юғары уҡыу йорттары тиерлек 2026/2027 уҡыу йылына коммерция нигеҙендәге уҡыу хаҡын яңыртты. Иң ҡиммәтле һөнәр-Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында-«Музыкаль тауыш режиссураһы». Беренсе курс өсөн 395 мең һум аҡса түләргә тура киләсәк.
Буласаҡ музыкаль тауыш режиссеры институтта биш йыл уҡый. Көндөҙгө бүлектә ике һәм ситтән тороп уҡыуҙа ике бюджет урын ҡаралған. Алты урын түләүле. Итекһеҙ ситексе, тигәндәй, институттың үҙенең концерт залы бар, әммә тауыш режиссеры юҡ. Был хеҙмәтте зал директорына башҡарырға тура килә. Был һөнәрҙе яҡшы белеүселәр дефицит һанала икән. Тағы ла шуныһы-был йүнәлештә маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡытыу юҡ.
Нурия Башҡорт дәүләт медицина университетының Стоматология факультетында 5-се курста уҡый. Күптәр бала сағынан теш табибынан ҡурҡһа, Әбйәлил ҡыҙы иһә киреһенсә, стоматолог һөнәренә ғашиҡ. Уның өсөн иң юғары түләү ҙә Асҡар ҡыҙын ҡурҡытмаған.
Башҡорт дәүләт медицина университенда «Стоматология» республика вуздарында иң ҡиммәтле һөнәрҙәр араһында икенсе урында. Көндөҙгө уҡыу йылында коммерция нигеҙендә уҡыу өсөн 394 мең һум түләргә кәрәк була. Теш табибы һөнәренә уҡытыу өсөн ҡаҙна иҫәбендә 50 урын бүленә, 200 гә яҡыны- түләүле. Былтыр 174 түләүле урындың йөҙөнә сит ил студенттары ингән.
Ошо уҡ юғары уҡыу йортонда «Дауалау эше» иң ҡиммәтле өс лидер иҫәбендә-беренсе курс өсөн 349 мең һум түләү талап ителә.
Ғөмүмән алғанда, республиканың юғары уҡыу йорттарында коммерция нигеҙендә уҡыу өсөн 160 мең һумдан да кәм булмаған аҡса талап ителә. Был суммалар беренсе курс өсөн, инфляция менән хаҡ йылдан- йыл арта килә. ә иң яҡшыһы- сығарылыш класс уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшырып, ҡаҙна иҫәбенә уҡырға инергә тырышырға кәрәк.
Рәмилә Исмәғилева