Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы ҡушыуы буйынса Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары республиканың ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәренә баһа бирәсәк. Был йүнәлештә эш файҙаланылмаған участкаларҙы әйләнешкә индереү программаһына ярашлы башҡарыла. Юғары уҡыу йортоноң «Тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш» факультетының 3-сө курсы студенттары муниципалитеттарҙағы ерҙәргә визуаль тикшереүҙе башлаған, алда уларҙы ялан эштәре көтә. Производство практикаһы сиктәрендә студенттар теоретик белемен нығытыу менән бер рәттән реаль дәүләт бурыстарын да үтәй. Буласаҡ кадастр инженерҙары шәхси һәм дәүләт ҡарамағында булған йөҙҙәрсә гектар участкаларға заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән квадракоптер ҡулланып тикшереү ойоштороа, рәсми акттар төҙөй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров файҙаланылмаған ерҙәргә инвентаризациялау, уларҙы әйләнешкә индереү бурысын ҡуйғайны. Былтыр ғына 33 мең ярым гектар ошондай участкалар ҡулланылышҡа индерелгән. «Ер» программаһы сараларын финанслауға 167 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.