Барыһы ла Еңеү өсөн! Тәтешлеләр фронтҡа ярҙам итә

Райондан оҙатылған гуманитар ылау тәғәйен урынға барып еткән. Был турала беҙгә “Журналист” ҡушаматлы яугир хәбәр итте.  Хәрбиҙәргә машина, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшырылған. Миңлеғәли Шайморатов исемендәге штаб һәм “Ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһы” ирекмәндәре посылкалар ебәргән. Йөктө район хакимиәте башлығы Динис Солтанов оҙатып барған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостандан 179-сы гуманитар ылау оҙатылды. Яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тупланған. Гумнитар ылау әҙерләүҙә ҡала һәм райондар, ойошма һәм предприятиелар ҡатнашты.