Бөрйән районында Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеү класы асылды. «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында булдырылған махсус бүлмәлә эпостың донъяуи кимәлдә ҡаралған структураһы, персонаждары менән танышырға мөмкин. Улар эпик әҫәрҙә һүрәтләнгәнсә айырым картина итеп төшөрөлгән. Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы, ғөмүмән, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. Улар риүәйәт-легендаларҙа, шул иҫәптән «Урал батыр» эпосында ла сағылыш тапҡан. Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр музей-ҡурсаулығы ойошторған ғилми-ғәмәли конференция барышында күтәрелде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Диуарҙа геройҙар эпик ҡомартҡыла һүрәтләнгәнсә төшөрөлгән. Ул боронғо шәжәрәне күҙ алдына баҫтыра. Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеү класы ошо маҡсатта ойошторола ла инде. «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында бының өсөн айырым бүлмә булдырыла.
Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатында 2016 йылда булдырылған «Шүлгәнташ мәмерйәһе» музей-ҡурсаулығы ла башҡорт рухи мираҫын танытыу өҫтөндә эшләй. Мәмерйә һәм уның тирә-яғы башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә. Улар риүәйәт-легендаларҙа, шул иҫәптән «Урал батыр» эпосында ла сағылыш тапҡан.
Эпик ҡомартҡыға 4 мең йылдан ашыу булһа, уны күсереп яҙып алыуға ғына ла бер быуаттан күберәк. Ғалимдар әйтеүенсә, Шүлгән Урал батырҙың ағаһының исеме генә түгел, уның башҡа аңлатмаһы ла бар.
Ғилми-ғәмәли конференция барышында ҡатнашыусылар «Урал батыр» эпосы сюжетында сағылған мәмерйә һүрәттәре, башҡорт ауыҙ-тел ижадында Аҡбуҙат образы, шулай уҡ яңы технологиялар ярҙамында ҡобайырҙы һаҡлау һәм киң ҡатлам уҡыусыларына еткереү мөмкинлектәренә айырым туҡталды.
«Урал батыр» эпосы көнөнә ҙур концерт та әҙерләнгәйне. «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы амфитеатрында башҡорт мәҙәниәтенең йөҙөн билдәләүсе артистар, ижади коллективтар сығыш я8аны. Күңел асыу программаһы төнгө сәғәттәргә тиклем дауам итте.
Азат Ғәлиуллин