Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған сара район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бер майҙанға йыйҙы. Икмәк үҫтереүселәргә дан! Райондың ауыл хужалығы предприятиелары һабантуй майҙанында парадта ҡатнашты. «Базы», «Еңеү», «Байбулат», «Юлдаш» һәм башҡа хужалыҡтар төбәктең аграр тармағының йөҙөн билдәләй. Район йылдағыса һөт етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәй. Хеҙмәтендә көндө төнгә ялғаусыларҙың бөгөн күкрәген ал таҫма биҙәй.
Һабантуйҙа иң ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешлеһе-ат сабыштары. Ярыштарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илнар Әҙрисламов та бар.
«Башҡорт тирмәһе» күргәҙмәһе, милли көрәш, төрлө мауыҡтырғыс уйындар- йылдың төп аграр байрамы кәйеф күтәренкелеге, дәрт өҫтәне. Байрамды күрергә сит ил ҡунаҡтары ла килгән. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми -тикшеренеү институтының бер быуатлыҡ тарихы уңайынан ойошторолған форум ҡунаҡтары бер нисә көн эсендә телде өйрәнеп өлгөргән.
Мәҙәниәт йорттарында эшләүселәр райондың иң яҡшы хеҙмәтсәндәрен хөрмәтләүсе байрам маршына үҙ өлөшөн индерҙе. Саҡмағош ауылы балалар ижады үҙәге йәш гимнасткалары сығышы ла байрамды биҙәне.
Рәмилә Исмәғилева