Ҡырмыҫҡалы һабантуйында Сергей Никитин рекорд күрһәткән

26 йәшлек егет 18 метрлы вертикаль бағанаға 29 секундта үрмәләгән. Сергей әйтеүенсә, ул күнекмәләр яһамаған, ярышҡа әҙерләнмәгән. Уға яҡшы физик формала булыуы һәм ҡыйыулығы ярҙам иткән. Егет  икмәк бешереүсе. Урындағы һабантуйҙа тағы ла бер рекорд ҡуйылған. Белоруссияла тыуып үҫкән, бөгөн Башҡортостанда йәшәгән Александр Сак бер ҡулы менән 16 килограмлыҡ герҙе 83 тапҡыр күтәргән.