Радий Хәбиров республика халҡын Урал батыр эпосы көнө менән ҡотланы

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, боронғо үҙенсәлекле сәнғәт ҡомартҡыһы байрамын билдәләргә былтыр ҡарар ителгәйне. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был дата мәҙәни йолаларҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп бара. Өлкәндәр һәм балалар башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл өлгөһө меннә яҡындан таныша алһын өсөн Бөтә республика буйынса тантаналы, мәғариф һәм танып белеү саралары уҙғарыла. «Китап» нәшриәте күп йылдар инде эпосты популярлпаштырыу менән шөғөлләнә. Эпос башҡорт, рус, инглиз, француз һәм ҡырғыҙ телдәрендә донъя күрҙе. Классик һәм бүләк варианттарынан тыш, балалар өсөн әкиәттәр һәм буяу альбомдары ла сығарыла. Тиҙҙән магазиндарҙа башҡорт телендә «Урал батырҙа ҡунаҡта» тигән мультимедиа ҡушымтаһы сығасаҡ-йәғни, эспосты уҡып ҡына түгел, телефонда һәм компьютерҙа уйнап та буласаҡ. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Күркәм эпосты килер быуындарға һаҡлар өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.