Ошо дата айҡанлы бөгөн фондта социаль координаторҙарҙы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү тантнаһы үтте. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы үҙ эшмәкәрлеген бер бинала 40 социаль координатор менән башлай.
Бөгөнгө көндә инде фондтың матди-техник базаһы нығытылған, белгестәр һаны ла йөҙҙән артҡан. Республика филиалы махсус хәрби операция яугирҙарына, уларҙың ғаиләләренә бар яҡлап та ярҙам күрһәтеү буйынса уңышлы эш алып бара. Бында алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәргә һөнәри белем биреү ҙә, эшкә урынлаштырыу ҙа, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләргә ярҙам итеү ҙә, һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү ҙә инә. Тантанала ошо өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән социаль координаторҙарға фондтың рәхмәт хаттары тапшырылды. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ҡатнашыусыларҙы социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән дә тәбрикләне. Сарала шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәкселеге фонд ағзаларына, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.