Башҡортостанда инвалидтар техник реабилитация сараларын электрон сертификат аша ала

Техник реабилитация сараһын һатып алыуға электрон сертификат. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар реабилитация йәки абилитация шәхси программаһы буйынса тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән ҡорамалдар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин ителә ала. Дәүләт ярҙамы тураһында киләһе яҙма.

Өфөнән Рулай Аю 47 йыл шәкәр диабетынан яфалана, тап ошо сиргә бәйле күреү һәләтен дә юғалтҡан. Көн һайын иргә глюкометр ярҙамында ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәп, контролдә тоторға тура килә.

Был глюкометрҙы мин ике ай элек электрон сертификат ярҙамында бушлай алдым. Прибор уңайлы, бар мәғлүмәт телмәр аша тауышландырыла. Туризм менән шөғөлләнәм, ял итергә барғанда һәр ваҡыт үҙем менән алам.

Рулай Аю

Рулай Аю глюклометрҙы алыр алдынан табипта күҙҙәрен тикшерткән, унан һуң медицина-социаль экспертиза һөҙөмтәһендә дауалау һәм һауыҡтырыу программаһына тәҡдим ителгән техник реабилитация саралары билдәләнә. Глюкометр улар иҫәбендә була, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон сертификат алыуға ғариза тултырыла. Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ярҙам кимәле 52 мең һумға тиклем етә.

Реабилитация һәм абилитация шәхси программаһында талап ителгән техник реабилитация саралары исемлеге яҙыла. Ивалидтарға уларҙы һатып алыуға электрон сертификат тапшырыла. Әйтәйек, карауат, кеҫә телефонын да алырға мөмкин. Сертификат ике айға бирелә, ошо ваҡыт эсендә тейешле ҡорамалды алырға, йә билдәләнгән хеҙмәттәр менән ҡулланып өлгөрөргә кәрәк.

Рубен Макарян, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең бүлек етәксеһе урынбаҫары

Ҡул таяғы, ишетеү аппараты, кресло-коляскалар һәм башҡа техник реабилитация сараларын һатып алғанда электрон сертификат менән файҙаланырға мөмкин. Әгәр талап ителгән сумма-тауар хаҡы билдәләнгән ярҙам күләменән күберәк икән, өҫтәп түләргә мөмкин. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар билдәләүенсә, дәүләт ярҙамына ихтыяж юғары, документтар йыйыу процессы уңайлы.

Гөлназ Хәйбуллина