Йәш программистарҙың хакатоны «Мәктәп 21» асылыуға бер йыл тулыуға арнала. Ҡеүәтле компьтерҙар менән йыһазландырырған «Мәктәп 21» уҙған йылда Рәсәй һаҡлыҡ банкы тарафынан асылды. Бында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа программалар төҙөү серҙәрен үҙләштерә ала. «Хакатон» марафоны ла ошо базала үтә.
Ярышта республиканың төрлө төбәктәренән 160-тан ашыу йәш программалаусы ҡатнаша. Уларҙың күбеһенең тәжрибәһе, проекттары бар. Хакатон марафонды уҙғарыуҙы ҡеүәтле ойошмалар финанслай, улар еңеүсе проекттарҙы үҙҙәрендә тормошҡа ашырырға ла ниәтләй. Ҡатнашыусылар алдында 21 сәғәт эсендә һынауҙың өс этабын үтеп сығыу бурысы тора. Ярышта еңеү өсөн командалар менән дә, үҙең генә лә көрәшергә мөмкин.