Өфөгә Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының юбилей «Театр поезы» килде

Тимер юл вокзалында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзының 150 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй проекты вәкилдәрен ҡаршылау тантанаһы үтте. Проект Рәсәй мәҙәниәт министрлығы һәм президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Өфө-юбилей театр марафонының төп туҡталыштарының береһе. Баш ҡалаға Һамар һәм Һарытау өлкәләренән ижади коллективтар, шулай уҡ илдең театр эшмәкәрҙәре союзы үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре килде. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле солистары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары сығыштары менән ҡаршы алды.

Өфөлә бай театр программаһы ҡаралған. Проектта ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлаша. Мәжит Ғафури исеменәдге Башҡорт академия драма театрында һәм башҡа театрҙарҙа спектаклдәр, оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар һәм күргәҙмәләр уҙасаҡ. Тәүге спектакль Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үтте. Кескәйҙәр «Шалҡан» әкиәте буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәрен ҡараны.