Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты

46 команда һәм өс йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы, дүрт спорт төрө һәм һүнмәҫ еңеү сәме. Баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте. Старт һыҙығына республиканың төрлө медицина учреждениеларынан табиптар, шәфҡәт туташтары, дауахана етәкселеге сыҡты. Быйыл медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған спорт байрамы еңел атлетика кимәленән сыҡты. Йөҙөү, өҫтәл теннисы, шашка буйынса ла көс һынаштылар. Спорт төрҙәренең өҫтәлеүе ҡатнашыусылар һанын арттырҙы һәм спартакиада географияһын да күпкә киңәйтте. Табиптар үҙ миҫалында сәләмәт тормош алып барыу, һаулыҡты йәштән хәстәрләү мөһимлеген тағы бер ҡабат белдерҙе.