Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм һөнәр алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң Колонна залында ойошторолған тантанала табиптар, ғалимдар, спортсылар, төҙөүселәр, музыканттар, инженерҙар, журналистар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар тәбрикләнде. Улар барыһы күп йылдар һөнәренә һәм тыуған иленә тоғро ҡалып профессиональ ҡаҙаныштарға ирешкән. Төбәк етәксеһе барлығы 70 кешене тәбрикләне. Радий Хәбиров билдәләүенсә, заман шарттарында Рәсәй көнө айырыуса тәрән мәғәнәғә эйә.
Рәсәй көнө илебеҙҙә дәүләт байрамы. Был көн Рәсәй Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендә раҫланған ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Тап ошо көндә 1990 йылда РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Был сәйәси-хоҡуҡи акт Конституция реформаһының башланғысы, яңы демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә нигеҙ булып тора. Байрам уңайынан бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ, Яңылыҡтарҙың алып барыусыһы Рита Шәмсетдинова ла булды.