Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан вәкилдәре 112 миллиард һумлыҡ 35 килешеү төҙөгән. Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә илдең төньяҡ баш ҡалаһында дүрт көн буйы барған йыйынға йомғаҡ яһалды. Радий Хәбиров әйтеүенсә Башҡортостан өсөн ул йылдағыса һөҙөмтәле үтте. Нон-стоп режимында бик күп кәңәшмәләр үтте һәм килешеүҙәр төҙөлдө. Республика тураһында белгертеү, ауырлыҡтарға ҡарамай яҡшы эшлекле темпта булыуыбыҙҙы иҫбатлау, көс, энергия ташып тороуын көрһәтеү буйынса маҡсат үтәлде, тине Радий Хәбиров.
Иҡтисади форум майҙанында Херсон, Омск, Вологда өлкәләре, Удмурт республикаһы менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөлгәйне.