Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң Колонна залында ойошторолған тантанала табиптар, ғалимдар, спортсылар, төҙөүселәр, музыканттар, инженерҙар, журналистар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар тәбрикләнде. Улар барыһы күп йылдар һөнәренә һәм тыуған иленә тоғро ҡалып профессиональ ҡаҙаныштарға ирешкән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Медицина фәндәре докторы Мәжит Нартайлаҡов Башҡортостанда бауыр һәм бөйөр трансплантологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тәжрибәле хирург йөҙәрләгән ҡатмарлы операция үткәреп пациенттарға ғүмер бүләк итә. «Алтын скальпель» номинацияһында өс тапҡыр еңеүсе профессор Рәсәй Президенты указы менән Почет ордены менән бүләкләнде. Юғары дәүләт наградаһын табипҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. 23 йылдан ашыу БСТ каналында эшләүсе хеҙмәттәшебеҙ, Яңылыҡтарҙың алып барыусыһы Рита Шәмсетдинова Башҡортостан республикаһының почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан башлығы ҡулдарынан дәүләт наградалары алыусылар араһында инженерҙар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, ғалимдар, эшҡыуарҙар, махсус хәрби операция яугирҙары булды. Радий Хәбиров республиканың социаль үҫешенә ҙур өлөш индергән һөнәр оҫталарына оло рәхмәтен еткерҙе.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә Рәсәй көнө заман шарттарында айырыуса мәғәнәғә эйә. Байрам ил тарихын, уның оло еңеүҙәрен, ҡаҙаныштарын данлай. Тәжрибәле белгестәр, һөнәренә тоғро замандаштар хеҙмәте бәл тәңгәлдә баһалап бөткөһөҙ.
Флорида Миһранова