Сөнки кире осраҡта Рәсәйҙән сығыу тыйылыуы ихтимал. Сит илгә осор алдынан бурысты тиҙ генә ҡаплау мөмкин түгел, шуға планлаштырылған ял боҙолоуы мөмкин. Төбәктә «Отпускыға һалымдар буйынса бурысһыҙ!» акцияһы уҙа. Йәй буйы ведомство хеҙмәткәрҙәре бурыслылырға ярҙам итәсәк. Иң яҡшыһы- физик шәхестәр өсөн шәхси кабинетҡа инеп, йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм башҡа сервистар аша һалым буйынса бурысты тикшереп, уны ваҡытында түләү.