Өфө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡаршы алырға әҙерләнә

Күләмле мәҙәни форумға әҙерлек эштәренә бәйле, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында матбуғат конференцияһы үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә өсөнсө тапҡыр билдәләнәсәк балалар фольклориадаһы 24 июндә старт алып, 26-на тиклем дауам итә. Рәсәй мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар берҙәмлеге дәүләт йорто башланғысында тормошҡа ашырылған проект меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерер тип көтөлә. Башҡортостан исеменән өс ижади коллектив һәм ике башҡарыусы сығыш яһаясаҡ. Форум күңел асыу программаларынан тыш, эшлекле осрашыуҙар менән дә байытылған. Рәсәй фольклорсылары өсөн айырым майҙансыҡ булдырыласаҡ