Башҡортостандың атҡаҙанған журналисты Нияз Алсынбаев 63 йәшендә вафат булды

Оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Нияз Алсынбаев арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине. Нияз Зәбих улы 1963 йылдың 1 майында Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған. Журналистикала үҙ юлын 1989 йылда БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында хәбәрсе булып башлай. Ул ябай журналистан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияның радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе урынбаҫарына тиклем юл үтә. 2004 йылдан «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәт каналы етәксеһе була.