“Башнефть” компанияһы тәбиғәтте һаҡлау проекттарына 6 миллиард 900 миллион һум күсергән

Аҡса экологик программаларҙы финанслау һәм биологик төрлөлөктө һаҡлауға йүнәлтелә. Компанияла газ программаһын тормошҡа ашырыу 2025 йылда бер юлы сыҡҡан нефтле газды файҙалы ҡулланыу кимәлен 96 процентҡа тиклем еткерергә булышлыҡ иткән. Үткәргес торбаларҙың сифатын яҡшыртыу - “Башнефть” компанияһының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегендәге мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса саралар үткәреү дауам итә. Һыу ятҡылыҡтарына 323 меңдән ашыу балыҡ ебәрелгән,  73 гектарҙан ашыу майҙанда 255 мең ҡарағай һәм шыршы үҫентеһе ултыртылған. Киләсәк быуын өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – “Роснефть” компанияһы корпоратив мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө.