Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яугир ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр тураһында яҙҙы

Миңлеғәли Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабтары  барлыҡ  ҡала һәм райондарҙа булдырылған.  Уларҙа  20 меңгә  кеше эшләй.  Ирекмәндәр  һәр ваҡыт ярҙам ҡулы  һуҙырға  әҙер. Бөгөн улар  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙә  төп таяныс булып тора. Беҙҙең шайморатовсылар көн һайын Еңеү өсөн эшләй, тип яҙа Радий Хәбиров.