Был тема хөкүмәттә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, һәр майҙансыҡты тәртиптә тотоу өсөн яуаплы ойошма билдәләнергә тейеш. Башҡортостанда 6 меңгә яҡын балалар майҙансығы бар. Быйыл уларҙың 625-е тикшерелде. Күбеһендә етешһеҙлектәр асыҡланды, улар бөтөрөлдө.