Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, 4-се йыл рәттән лагерҙа ирекмәнлек берләшмәһенең иң әүҙем вәкилдәре йыйыла. "Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн бында иң өлкән волонтерға 62, кесеһенә 14 йәш. Ирекмәндәр армияһы беҙҙең өсөн ҙур һәм мөһим көс. Һуңғы осорҙа һеҙҙең иңдәрҙә ҙур яуаплылыҡ булды - ковид, янғындар, Ҡара диңгеҙ яр буйы һәм әлбиттә, махсус хәрби операция. Беҙҙең бурыс - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, иҡтисадты үҫтереү һәм булған проблемаларҙы хәл итеү, тине Радий Хәбиров.