Асылыкүлде ау-йылымдан таҙарттылар

Балыҡ-ҡыҫала аулау өсөн 12 ҡулайлама, 70 метр ау табылған. Халыҡ фронты, полиция, Балыҡсылыҡ буйынса агентлыҡ вәкилдәре, ирекмәндәр рейд уҙғарған.  Бындай саралар даими ойошторола. Һуңғы ваҡытта республиканың иң ҙур күлендә браконьерлыҡ осраҡтары кәмегән.