Шайморатов штабы Башҡортостанда хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙамды дауам итә

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләрендә төп таяныс. Бөгөн улар республика төбәктәрендәге «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре базаһында эшләй. Штаб 20 меңгә яҡын кешене берләштерә. Уның ағзалары тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

Нефтекама штабы командаһы ҡала хакимиәте менән бергә яугирҙың әсәһе Луса Александровнаны барып күрҙе. Утын ташығандар, хужалыҡта ярҙам иткәндәр. Бөрө районы уҡыусылары Надежда Вениаминовнаны опекаға алған. Малайҙар уға һыу алып килә һәм башҡа хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша. Миәкә районында «шайморатовсылар» ватан һаҡсыһының әсәһенә теплица йыйыуҙа булыша. Әлмира ханым үҙе ғәжәп ҡатын. Йәшенә ҡарамаҫтан, селтәрҙәр үрә, гуманитар йөк әҙерләүҙә ҡатнаша. Ғафури районы штабы вәкилдәре Ырымбур госпиталендә ятҡан яугирҙарҙың хәлен барып күрҙе. Былау, бауырһаҡ һәм татлы бүләктәр килтергән. Өйҙән килгән бындай сәләмдәр хәрбиҙәргә тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Был йөҙҙәрсә миҫалдың бер нисәһе генә. Көн һайын «шайморатовсылар» еңеү өсөн барыһын да эшләй, ватан һаҡсыларын хәстәрлеге һәм иғтибары менән уратып ала. Изге эштәрегеҙ алдында баш эйәбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.