Өфөлә «Үткәүелгә тиклем туҡта!» акцияһы уҙҙы

Уны Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм Дәүләт автоинспекцияһы тимер юлсылар,байкерҙар менән бергә ойошторҙо.

Мотоуҙышта ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры янында старт алып баш ҡала урамдары буйлап Сафронов пристане тимер юл үткәүеленә барҙы. Маҡсат -водителдәргә тимер юл аша сыҡҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген хәтергә төшөрөү. Рәсәй буйынса тимер юлдарында авариялар күбәйгән.

Биш ай эсендә илдең тимер юлдарында 71 юл-транспорт фажиғәһе булған, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 51 процентҡа күберәк. 43 кеше төрлө йәрәхәттәр алған, 14 кеше һәләк булған.

Федор Суханов, Өфө юл дистанцияһы етәксеһе

Халыҡ-ара тимер юл аша сығыу урындарына иғтибар йәлеп итеү көнөнә арналған сара бөгөн бөтә республикала: Шишмәлә, Стәрлетамаҡта, Аксенда һәм Белоретта үтте.

Акцияла ҡатнашыусылар водителдәргә иҫкәртмәләр тапшырҙы. Поезд бер секундта 25 метр үтә һәм ул тиҙ генә туҡтай алмай, ә тормоз юлы 800 -1000 метрға етергә мөмкин. Тап шуға ла сығып өлгөрәм, тип бындай урындарҙа ашығыу урынһыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәжрибәмдә тап ошондай тимер юл үткәүелен мотоциклда тиҙлекте кәметмәй уҙып йығылған осраҡ бар. Аяҡ йәрәхәтләнде. Шуға башҡаларҙы һаҡ булырға, тимер юлға еткәс, иғтибарлы сығырға саҡырам.

Тимур Ғабдрахманов, Өфөнөң 1-се мотомәктәбе ағзаһы