Изгелек шым ғына эшләнә, ә ҡалғаны спектакль. Был Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында ойошторолған ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар һайлаған девиз. Ирекмәнлек эшмәкәрлегендә лә улар тап ошо кредоға таяна. Бер ниндәй мөнәсәбәт, яуап һүҙ, хаҡ өмөт итмәй мөхтаждарға, изге эшкә ярҙам итә. Бөгөн волонтерҙар менән республика башлығы Радий Хәбиров та осрашты.
Тәүҙә түл-ҡорғандар, балыҡ тотоу ауҙары эшкә китә. Маскировкалау селтәрҙәренә материалдарҙы улар ауылдан ауылға йөрөп йыйған. Луиза Әхмәтшина был хәрәкәттең башында тора. Хәҙер иһә тиҫтәләгән төркөм һәм улар бер механизм кеүек көйләнгән. Айына ғына ике йөҙ маскировкалау селтәре фронтҡа оҙатыла. Луиза уны үҙе үк махсус хәрби операция биләмәһенә алып бара.
Хатта сара башланғанын көткәндә лә буш тора алмай. Ҡулдар үҙенән-үҙе селтәр үреүгә тотона. Тап ошолай тынғыһыҙ, изге күңелле һәм битараф ҡала алмағаны өсөн дә бөгөн Луиза Әхмәтшина «Башҡортостан ирекмәне» почетлы билдәһе менән бүләкләнде.
Уларҙың батырлығы йәш ирекмәндәр өсөн өлгө. Башҡортостандың иң әүҙем йәштәре менән осрашыуҙа Радий Хәбиров волонтерлыҡ хәрәкәтен республиканың төп ярҙамсылары, таянысы, тип билдәләне.
Ирекмәндәр лагеры дүртенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл да унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан 300 егет һәм ҡыҙ йыйылған. Быйыл улар «Мәғәнә үткәреүселәр», «Үҙебеҙҙекеләр өсөн» һәм Гранттар тематикаһы буйынса күнекмәләр үтә.
Махсус хәрби операция башланғандан алып ҡына ирекмәндәр яугирҙарҙан алынған 17 мең ғаризаны эшкәрткән. Һөҙөмтәлә фронтҡа 19 мең тонна гуманитар ярҙам оҙатылған. Һәм был эшмәкәрлек туҡтамаясаҡ. Ә ирекмәндәр армияһы сафтары арта ғына.
Айнур Кәбиров